2024 йылдың ғинуар айынан мартҡа тиклем элек теркәлгән 293 ойошмаға оториноларингология буйынса эшмәкәрлеккә тағы биш ойошма өҫтәлде, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. –Медицинаның был тармағы һуңғы ваҡытта әүҙем үҫешә, төрлө кимәлдәге әмәлиәттәр үткәрелә. Криотерапия ысулдары, ультратауыш һәм лазер менән дауалау индерелә. Бынан тыш, өҫкө тын алыу юлдарында шешеү процесын асыҡлау дәрәжәһен билдәләүҙең яңы ысулдары әҙерләнә, – тине министрлыҡтың лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Һаулыҡ һаҡлау эшенә заманса тәьҫирле иҫкәртеү, диагностика һәм дауалау ысулдарын индереү танау, ҡолаҡ һәм тамаҡ сирҙәрен кәметеүгә булышасаҡ.Медицина эшмәкәрлегенә лицензияларҙы тиҙерәк алыуға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә, тулы мәғлүмәт биреп бара. Әлеге көндә медицина эшмәкәрлегенә лицензияларҙы тәүге тапҡыр рәсмиләштереү өсөн 15 көн кәрәк, ҡабаттан алыу өсөн ни бары – 10 көн. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡ