Туризм тармағында эшләгән, йыллыҡ әйләнеше кәмендә 180 миллион һум булған предприятиелар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект "Производительность труда") ҡушыла ала. Һүҙ ҡунаҡханалар, кемпингтар, коттедждар, шифахана – курорт, туристик ойошмалар, мәҙәниәт һәм ял парктары, пляж һәм аттракциондар тураһында бара. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итеүенсә, милли проектҡа туризм йүнәлешен индереү тураһындағы документҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов ҡул ҡуйған. -Милли проектҡа ярашлы, 200-ләп компания федераль һәм төбәктең компетенциялар үҙәгенең эксперт ярҙамынан файҙалана ала, - ти билдәләне Андрей Белоусов. Башҡортостанда туризм тармағында эшмәкәрлек алып барған кәмендә 12 ойошма иҫәпләнә һәм улар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу талаптарына тура килә. Республика Хөкүмәте премьер –министры Андрей Назаров билдәләүенсә, милли проект төбәктә туризм тармағын үҫтереүгә яңы импульс бирәсәк. -Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проекттар эшмәкәрлектең төрлө тармаҡтары үҫешенә ныҡлы йоғонто яһай. Шул иҫәптән “Хеҙмәт етештереүсәндеге” милли проекты ла. Бөгөн Башҡортостанда 166 предприятие –милли проектта ҡатнашыуҙың ыңғай яҡтарын күрә. Республикабыҙҙың туристик индустрияһы вәкилдәре лә үҙҙәренең күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртыу мөмкинлегенән файҙаланыр тип ышанам, - тине Андрей Назаров. Фото: Башинформ.