“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының мәҙәниәт йортонда “Яҙҙар килә шаулап, тағы яҙҙар!” хәйриә концерты үтте. Сараға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ҡышҡы йәйғор” башҡорт рок төркөмө лидеры Нәжип Юлдашбаевтың ижадын һөйөүселәр йыйылды. Осрашыу билдәле музыканттың 55 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолдо. Концертта байрам сәбәпсеһенең дуҫтары һәм коллегалары: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вилдан Яруллин, “Ант” эстрада-вокал ансамбле солистары – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов, билдәле музыкант, йырсы, легендар “Рух” төркөмөнә нигеҙ һалыусы Юлай Асҡаров, Сәриә Асҡарова һәм башҡа популяр эстрада артистары ҡатнашты. “Нәжип Юлдашбаев үҙенең хеҙмәте һәм ижады менән районыбыҙҙа мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның йырҙарын яраталар, тыңлайҙар һәм йырлайҙар!” – тине Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. Нәжип Юлдашбаевтың концерты иҫ киткес һәм тулҡынландырғыс булды. Һәр тамашасы ҡәнәғәт ҡалды һәм бик күп ыңғай тәьҫораттар алды. Концерт “Әсә көтә улын” йыры менән тамамланды. Концерттан алынған бөтә аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяжына йүнәлтеләсәк. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.