Кемдәр ул - “ямғыр балалары”, йәки аутизмға тарыған бәләкәстәр һаны арта Һәр әсә сабыйының донъяға килеүенә шатлана. Тәүге йылмайыу һәм тәүге аҙымдар - бындай мәлдәр онотолмаҫлыҡ. Үҫеп еткәс, балалар аралашырға өйрәнә, дуҫтар таба. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр саҡта ла улай килеп сыҡмай. Ҡайһы ваҡыт әсәләр аптырашта ҡала. Бала йыш ҡына туғандары менән ҡыҙыҡһынмай, ҡосаҡлашырға яратмай һәм уйынсыҡтарға битараф. Аптырап ҡалған ата-әсәләр үҙ сабыйын табипҡа алып килә. Балаға хәҙерге заманда көндән-көн йышыраҡ яңғыраған диагноз ҡуйыла: «балалар аутизмы» йәки «ямғыр балалары». Аутистар - үҙенсәлекле балалар. Улар уйынсыҡтар менән ғәҙәттәгесә уйнамай, башҡа нәмәгә шатлана. Бындай балалар өсөн нормалар һәм ҡағиҙәләр юҡ, ябай балаларҙың нимә эшләүе лә ҡыҙыҡ түгел. Уларҙың үҙ, ябыҡ донъяһы бар, үҙенең генә тормошонда йәшәйҙәр, әммә аутистарға беҙҙән, педагогтарҙан һәм ата-әсәләрҙән ярҙам кәрәк. Нимә ул аутизм? Аутизм йәки аутистик спектрҙың боҙолоуы - үҫештең боҙолоуы, тәбиғәте буйынса кешен