Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында фермерлыҡты һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Биш йыл грант программаларын тормошҡа ашырыу осоронда Башҡортостанда фермер хужалыҡтары һәм кооперативтарын үҫтереүгә һалынған бюджет средстволары күләме өс миллиард 300 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Андрей Назаров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының "Агротуризм" йүнәлеше буйынса конкурс буйынса һайлап алынған туристик объекттарға илткән юлдарҙы норматив хәлгә килтереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Министрҙар Кабинеты башлығы төп күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын билдәләп, етем балаларға һәм уларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тулы күләмдә һаҡлана тип белдерҙе. Әлеге ваҡытта етем балаларҙың 93 проценты ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Иҫәптә тағы 709 бала тора, уларҙы ғаиләләргә урынлаштырырға кәрәк, был былтырғы менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа (63 балаға) кәмерәк. Улар интернат учреждениеларында йәки тулыһынса дә