Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен аңлатҡан инфографиканы баҫтырып сығарҙы. Әгәр кеше бина эсендә булһа, мөмкинлек тыуғанда, аҫҡы ҡаттарға – подвалға йәки машиналар торған паркингҡа төшөргә кәрәк. Лифттан файҙаланмағыҙ, уның йөрөүҙән туҡтауы ихтимал. Әгәр кеше фатирҙа булһа, тәҙрәһеҙ, төп стеналар эргәһендә урын табырға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ундай урын – ванна бүлмәһе. Бында иҙәнгә ултырырға кәрәк. Бер ҡасан да тәҙрәгә яҡын килмәгеҙ, тип кәңәш итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Урамда ҡалғанда йәһәт кенә яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингҡа инеп йәшеренегеҙ. Транспортта булғанда, шунда уҡ сыға һалып, йәшенеү урыны табығыҙ. Тағы ла бер мөһим иҫкәртеү. “Һөжүмдән һуң пилотһыҙ осоу аппаратының ҡалдыҡтарын тапһағыҙ, бер нимәгә лә теймәгеҙ һәм был урындан ситкә китегеҙ. Кисекмәҫтән табыш тураһында 112 телефон номерына шылтыратығыҙ. Операторға исем-фамилияғыҙҙы һәм осоу аппаратын тапҡан урынды әйтегеҙ”, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттарының күрше Татарстан Республикаһында “Алабуға” айырым иҡтисади зонаһына һөжүм итеүе тураһында билдәле булды. Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.