БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһын тикшергәндә бер итек тапҡан. Хәҙер белгестәр ошо урында һыу төбөн тикшерәсәктәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән ялдарҙа Өфөлә ике үҫмер юғалды. Бер нисә көн элек малайҙарҙың биштәрҙәре табылғайны. Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән. Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарында һәм итектә булған. Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ. Фото: БашДТП.