Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Профессионал" һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы тамамланды һәм еңеүселәр асыҡланды. Бәйге быйыл март айында 78 майҙансыҡта ойошторолдо. Шулай итеп, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярышта иң-иңдәр (төп категорияла – 176 оҫта һәм 68 юниор) Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Унда 14 йәше тулған мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары төрлө йүнәлештә көс һынашты. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова конкурсанттарға уңыштар теләне һәм былай тине: – Ҡәҙерле балалар, тап һеҙҙең ярҙамығыҙ менән чемпионат тарихын яҙабыҙ. Әле лә хәтерҙә, уны ни бары 15 компетенция менән генә башлап ебәргәйнек. Бөгөн иһә уларҙың һаны 186-ға етте, ә бәйгелә ҡатнашыусылар бер меңдән ашты. Тимәк, киләсәк улар ҡулында тип әйтә алабыҙ. Өфө радиоэлектроника колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж, Мәләүез күп профилле һөнәри колледж, Туймазы юридик колледжы һәм башҡа белем усаҡтары студенттары фекер алышты,