Өфөлә 30 марттан бирле юғалған ике үҫмерҙе эҙләү әле һаман дауам итә. Улар 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов. Малайҙарҙы ер өҫтөндә лә, һыу аҫтында ла, һауанан да эҙләйҙәр, тик әлегә һөҙөмтә юҡ. Бөгөн уларҙы эҙләү өсөн БПЛА йәлеп ителеүе ихтимал. Был турала Өфө граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Осоу биләмәһе – Өфөнөң Октябрьский һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан урмандар һәм баҡсасылар ширҡәттәре, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы яры. БПЛА менән эҙләү тураһында халыҡты айырым иҫкәртеү аңлашыла: бөгөн иртә менән күрше Татарстанда пилотһыҙ осоусы аппараттар Алабуға ҡалаһындағы сәнәғәт предприятиеһына һөжүм итте. Шуға күрә күктә бындай аппараттарҙы күреү кешеләрҙе хәүефкә һалыуы ихтимал. “Шикле БПЛА-лар күрһәгеҙ, айырыуса сәнәғәт объекттары янында, кешеләр күп йөрөгән урындарҙа, шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә 112, 102 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ”, – тинеләр ведомствола. Малайҙарҙы эҙләүгә килгәндә, штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ярҙам
Ҡурҡмағыҙ: юғалған малайҙарҙы БПЛА менән эҙләйәсәктәр
2 апреля 20242 апр 2024
1 мин