Яҙ үҙ көсөнә инә. Тәбиғәт менән бергә бөжәктәр, ҡоротҡостар ҙа уяна. Уларҙан айырыуса баҡсасылар ҙур зыян күрә. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Мотал ағай Рәмов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡырмыҫҡаларға ҡаршы көрәш алымы тураһында яҙма менән уртаҡлашты. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. "Оҙаҡламай баҡса эштәре башланасаҡ. Һәр кем йәйҙең файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Тик бына ҡоротҡостарҙың һөжүменән нисек ҡотолорға белмәй аптыраусылар ҙа бар... Һеҙгә бәләкәй генә бер кәңәш, дуҫтар. Ҡулланып ҡарағыҙ, бәлки, файҙаһы тейер... Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡа күпме? Бер бәләкәй пакет бор кислотаһы (10 гр), өс йомортҡа һарыһы, ярты балғалаҡ бал йәки ҡуйы ҡайнатма алығыҙ. Барыһын бергә ҡушып, таралып торған масса килеп сыҡҡансы болғатығыҙ. Был массаны ҡапҡаслы бәләкәй банкала һаҡларға була. Ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолоу өсөн әлеге массаны әҙ генә миҡдарҙа уларҙың юлына (ергә, ағас ботаҡтарына) таратып һалырға ғына кәрәк. Ҡырмыҫҡалар тиҙ арала юҡҡа сығыр!" - тип яҙҙы Мотал Рәмов. Сығанаҡ һәм фото: