Башҡортостан ҡыҙҙарын һәм малайҙарын йыл һайын үткәрелгән “Төҙөүсенән һора” тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Төҙөлөш һәм тармаҡ белгестәре тураһында һорау бирергә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был сара Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда 6 – 14 йәшлектәр ҡатнаша. Конкурс “Мин – киләсәк төҙөүсеһе!” төҙөлөш белгестәрен популярлаштырыу проекты нигеҙендә үткәрелә һәм, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә Балалыҡтың ун йыллығы уңайынан үткәрелгән саралар планына индерелгән. Маҡсаты – балалар, йәштәр араһында төҙөлөш белгестәре абруйын күтәреү. Конкурсҡа текст йәки видео форматындағы һорауҙар ҡабул ителә. Улар “Иң үҙенсәлекле текстлы һорау”, “Иң үҙенсәлекле видеоһорау”, “Төҙөлөш тарихы тураһында иң ҡыҙыҡлы һорау” номинациялары буйынса баһалана. Конкурс, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй Федерацияһында балалыҡтың 10 йыллығы тураһындағы Указына ярашлы, төҙөлөш тармағы һөнәрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында етенсе тапҡыр ойошторола. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һорауҙар