Республиканың баш ҡалаһы Екатеринбург, Силәбе, Новосибирск ҡалаларын үтеп, рейтингта етенсе урын алды. Иң уңайлы ҡалалар тип Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Түбәнге Новгород табылды. – Ҡала мөхитенең сифат индексы – ул ҡалаларҙың ярышы түгел, ә уларҙың үҫеш өҫтөнлөктәрен билдәләүҙең һөҙөмтәле ҡоралы. Ул проблемаларҙы хәл итеү өсөн тәү сиратта ниндәй саралар күрергә кәрәклеген, ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыу һәм һөҙөмтәлә кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү өсөн ниндәй өлкәләрҙе әүҙемерәк үҫтерергә кәрәклеген аңларға ярҙам итә, – тине вице-премьер Марат Хөснуллин. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыла. Парктар, скверҙар, яр буйҙары яңыртыла, яңы йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә, күп фатирлы йорттарҙың ихаталары төҙөкләндерелә. 2019 йылдан “Башҡорт ихаталары” республика программаһы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда 1326, шул иҫәптән Өфөлә 337 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Өфөлә йәшәүселәр үҙҙәре лә баш ҡаланы үҙгәртеүгә ҙур өлөш индерә. Улар “Торлаҡ һәм