Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол турниры үткәрелде. Беренсе төркөмдә “Туғандар” менән “Матбуғат йорто”, “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” менән “Туғандар”, “Матбуғат йорто” менән “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” командалары уйынсылары үҙ-ара осрашты. Икенсе төркөмдә “Юлдаш” радиоһы менән “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Йондоҙҙар” менән “Юлдаш”, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән “Йондоҙҙар” командалары беренселек өсөн алышты. Шуныһы үҙенсәлекле: сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә иң мөһиме үҙеңде мәртәбәле турнирҙа һынап ҡарау ине. Әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Һөҙөмтәлә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы командаһы – беренсе, “Туғандар” – икенсе, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – өсөнсө, “Йондоҙҙар” – дүртенсе, “Юлдаш” радиоһы менән “Башҡортостан” нәшриәт йорто" дәүләт унитар предприятиеһы командалары бишенсе урынға сыҡты. Иң