Янғын хәүефе миҙгеле башланыуға бик аҙ ваҡыт ҡалды. Урман янғындарын иҫкәртеүгә һәм һүндереүгә йүнәлтелгән эште ойоштороу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында уларҙы һүндереү буйынса зона уҡыуҙары үткәрелә. Урман янғындарынан күрелгән зыянды кәметеү һәм һүндереү – “Экология” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Шулай итеп, сираттағы уҡыуҙы Белорет урман хужалығы биләмәһендә үткәрҙеләр. Күнекмәләрҙе үткәреүҙә республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашты. Сценарийға ярашлы, халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан. Ут дөйөм майҙаны 0,2 гектар урманды ялмап алған. Янғын менән көрәшкә 12 техника берәмеге һәм 25 кеше йәлеп ителгән. Уҡыуҙар барышында республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге, Белорет, Тирлән, Әүжән, Инйәр, Учалы, Архангел урман хужалыҡтары һәм урмансылыҡтарының 3-сө төрҙәге “Белорет” урман янғындарын һүндереү станцияһы, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идар