Фитыр саҙаҡаһын мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Быйылғы саҙаҡаның үҙенсәлектәре тураһында Бөрйән районының имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов аңлатма бирә: “РФ Мосолмандарының диниә назараты 15 февралдәге ултырышында 2024 йылғы Рамаҙанда нисек ураҙа тотоу , фытыр саҙаҡаһы, фидиә (һаулыҡ торошо йәки ҡартлыҡ сәбәпле ураҙа тота алмағандар өсөн ), зәкәт (нисабы билдәле күләмгә етһә, байҙар түләй торған аҡса-мал) буйынса фәтеүә сығарҙы. Фытыр саҙаҡаһының күләме 2024 йылда аҙ килемле кеше башына - 150 һумдан (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм сахих хәҙистәрҙә телгә алынған аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән). Уртаса килемле кеше башына – 800 һум, байҙар өсөн йән башына – 1200 һумдан". Саҙаҡа биргән кеше ошо доғаны уҡый: Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Раббәнә, тәҡаббәл миннә Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим. Йә Раббым! Беҙҙән уны ҡабул ит! Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин! Фитыр саҙаҡаһын алған кеше уҡый: Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
Фитыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар
2 апреля 20242 апр 2024
1 мин