Ҡайын тураһында матур йырҙар бик күп, халыҡ уны элек-электән яратып, эргәһендә матур байрамдар ойошторған. Кешеләр ҡайын һыуының шифаһын белгән, май айында йәш япраҡлы ботаҡтарынан миндектәр бәйләгән. Бала саҡта һәр кем ошо халыҡ йырын белә һәм уны яратып йырлай торғайны: Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың Хәтфә йәйгән кеүек һәр яғы, Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар, Гөрләп тора һәр көн тау яғы... Ҡайындар шауын, уның тәбиғи матурлығын яратабыҙ. Ә уның беҙ белмәгән әллә күпме шифалары бар! Яҙ етеү менән ҡайында тәүге япраҡтар ярылыу менән емешлек һәм һеркә һырғалары күренә башлай. Ботаҡ остарында аҫылынып торған эре һырғаларҙан шифалы төнәтмәләр эшләргә мөмкин булыуын беләһегеҙме? Яңы ғына йыйып алған ҡайын һырғаларына спиртлы эсемлек ҡойоп төнәтергә ҡуялар һәм тамсылап ҡына йөрәк сирҙәрендә ҡулланалар. Төнәтмәне әҙерләү өсөн быяла банканың өстән ике өлөшөн һырға менән тултырып, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡоялар һәм өҫтөн ябып, ике аҙнаға төнәтергә ҡуялар. Доза – 20 тамсынан бер балғалаҡҡа тиклем. А