Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дөрөҫ йүнәлеш биреү ата-әсәгә бәйле

Аутизм буйынса мәғлүмәт таратыу көнө айҡанлы Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында "#ЛюдиКакЛюди" Бөтә Рәсәй инклюзив фестиваленең республика майҙансығы ойошторолдо. Сараға ата-әсәләр, педагогтар, белгестәр, табиптар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылғайны. Фойела консультатив секциялар эшләне, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, махсус китаптар һатылды, иң мөһиме, китап йәрминкәһен барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны, туҡланыу зонаһы ла бар ине. Аутизм мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Аҙаҡтан методик эшләнмәләр конкурсы (аутизм буйынса мәғлүмәт таратыу көнө сиктәрендә ойошторолған) еңеүселәрен бүләкләнеләр һәм ижади коллективтар концерт күрһәтте. Мәҫәлән, "Саф аҡыл балҡышы" коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте белгестәре теләгән һәр бала менән айырым шөғөлләнде, дөрөҫөрәге, улар менән бергә фетрҙан китап араһына ҡыҫтырыу өсөн ҡағыҙ киҫәге эшләне. Бында берәүҙе лә айырып ҡарау күҙгә ташланманы, киреһенсә, бөтәһенә лә иғтибар тигеҙ бүленде. "Саф аҡыл балҡышы" коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Светлана Котлярова билдәләүенсә, улар өсөн һәр ҡыҙ һәм малай яҡын да, ҡәҙерле лә. Балаларға ҡарата ошондай йылы ҡараш булғас, барыһы ла бында килергә ашҡынып тора. Һүҙгә ошо уҡ йәмғиәттә психолог һәм арттерапевт булған Алина Иванова ҡушылды. – Ике оҫталыҡ дәресе үткәрҙем, ваҡыт тигәнең "һә" тигәнсә уҙҙы ла китте, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Балаларҙың төрлө һорауҙар биреүе ғәжәп итте, тимәк, улар уйлана һәм эҙләнә. Үҙебеҙҙең ҡулдар менән тотоп кемдеңдер бармаҡтарын ҡуҙғатырға ла тура килде, иң мөһиме, тиҙ өйрәнделәр. Ә осраны шундайҙар – уларға һүҙ менән генә аңлатыу ҙа етте. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.