Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипованы күптәр Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының егәрле, тырыш, алдынғы ҡарашлы директоры тип белә. Унан да бигерәк күптәрҙе Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының тормошҡа йылмайып бағып, уға рәхмәтле булып йәшәүе, йөҙөндә нур булып балҡыған оптимизмы, ниндәй эшкә тотонһа ла, шуны сынъяһау итеп башҡара белеү һәләте һоҡландыра. Ошо көндәрҙә Г.М. Монасипова “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре өлгөләре һәм уларҙы бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты. Аҫалы балаҫ Балаҫ һуғыу станогым булһа ла, балаҫ өлгөләрен ҡул энәләре менән бәйләп ҡарайым әле, тип башланым тәүге эшемде. Милли биҙәкле диван япмаһы бик күп ваҡытымды алды - эштән һуң, ял көндәрендә генә энә тоторға мөмкинлек килеп сыға. Унда ла әле оло һәм бәләкәй мәшәҡәттәр тыуып, бәйләмгә тотонорға ваҡыт булмай китә. Ваҡыттан ғына торһасы, күңел төшмәгән, дәрт булмаған ваҡыттар ҙа өҫтәлә... Схемаһын башҡорт балаҫтарына ҡарап, үҙем эшләп алдым. Ромбтар, өсмөйөштәр, сатраш һыҙыҡтарҙы бәйләү ауыр түгел - математик хисапҡа нигеҙләнеп, күҙҙәрҙе иҫәпләп, жаккард техникаһында бәйләйһең. Төҫтәрен дә үҙемдең зауығымдан сығып һайланым. Һәр кибеттә һатылған йөн йомғаҡтарын ике ҡат иттем. Үҙемсә, шулай бәйләм формаһын тота, ныҡлы була, тим. Булған ҡалыптарҙы емереп, бик теләһәң, балаҫты һуҡмай, ҡул энәһе менән дә бәйләп була икән тигән ниәтемде, ниһайәт, тормошҡа ашырҙым. Ауыр, ҡатмарлы, оҙаҡ, әммә күңел бөтөнлөгө, зауыҡ бүләк иткән эшем тамам. Түңәрәк балаҫ Бындай түңәрәк балаҫтарҙы өсәү итеп бәйләнем. Икәүһен бүләк иттем, берәүһе үҙемдә ҡалды. ...Әсәйем яратты уны - диванға ҙур байрамдарҙа ғына йәйер ине... Унда ла, ҡояшлы көндәрҙә уңып ҡуймаһын, тип ҡаплап ҡуйыр булды. Хәҙер йәлләр кеше булмағас, иҙәнгә килеп төштө балаҫым. Был бәйләү техникаһын Әбйәлил ҡатындары бик һәйбәт белә, яратып бәйләйҙәр. Буранғол ауылында бәләкәй генә ултырғыс япмаһын бүләккә алғас, һүтеп ҡараным да, бисмилламды уҡып, тәүҙә төрлө ултырғыс япмалары бәйләп ҡараным, шунан ғына эре эштәргә күстем. 22 төҫтәге йөн табыу ҙа ҡыйын түгел - ҡайҙа йөрөһәм дә икешәр, өсәр йомғаҡ һатып алып йөрөнөм. Йәйғор ише балаҫымды ҡағып та түшәйем, кер машинаһында ла әйләндереп алам - формаһы ла һаҡлана, төҫө лә үҙгәрмәй. Әрһеҙләһәң дә әрһеҙләнмәй торған әйбер булып сыҡты. Аяҡҡа йомшаҡ, йылы. Балалар килһә, аунап уйнар урындары. Раузалы балаҫ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт СалАллаһу ғаләйһи үә сәләмдең яратҡан сәскәһе - рауза булған, тиҙәр. Аҫаба балаҫтарындағы рауза сәскәләре лә матурлығы менән һушты ала. Мин дә энә менән раузалар бәйләп ҡараным. Ҡара ерлектә тәүҙә зәңгәр, шунан ҡыҙыл, һары төҫтәге раузаларҙан торған япмаларҙы аш бүлмәһендәге диван размерына тап килтереп бәйләнем. Бер яғы оҙон булғас, зәңгәр төҫтән өс рауза сәскәһе, икенсеһенә - ике ҡыҙыл, уртаға бер һары сәскә һыйҙы. Схемаһын интернеттан таптым. Бәйләмдә раузалар матур сыҡһын өсөн схемалағы сәскәләрҙе төрлө яҡҡа ҡаратып бәйләнем. Төҫтәрҙе тура килтереп алһаң, жаккард техникаһында бәйләү ауыр түгел. Яҙмаларҙың һәм фотоларҙың авторы – Гөлсөм Монасипова.