Өфөлә 30 марттан бирле юғалған ике үҫмерҙе эҙләйҙәр. Улар 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов. Әле “Уфа1” хәбәрселәре юғалған малайҙарҙың береһе– Дамирҙың әсәһе менән һөйләшкән. Гүзәл Әҙеһәмова әйтеүенсә, малайҙың өйҙән ҡасыр өсөн бер сәбәбе лә булмаған. Ул әсәһен бушҡа-юҡҡа борсоуға һалмаҫ ине, тигән. – Улым менән әрләшкән булманы. Мин ике баланы бер үҙем үҫтерәм, Дамирҙың һеңлеһе бар. Улар аҡсаның ни тиклем ҡиммәт икәнлеген белә. Балалар менән арабыҙҙа тулы ышаныс. Берәй ерҙә эш боҙһалар, килеп әйтәләр. Серҙәр юҡ, бөтә нәмә тураһында мин тәүгеләрҙән булып беләм, – тигән ҡатын. Әсә кеше әйтеүенсә, Дамир менән Павел 6-сы лицейҙа уҡыған саҡта дуҫлашып киткән. Һуңғараҡ Дамир 88-се мәктәпкә кадет класына күскән, тик дуҫлыҡтарын туҡтатмағандар. – Икеһе лә бер үк спорт төрө менән ҡыҙыҡһына, тренерҙары бик һәйбәт. Бергәләп төрлө йүнәлешле туризм, ориентирование менән шөғөлләнәләр, – тигән Гүзәл Әҙеһәмова. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә малайҙарҙы водолаздар һыу төбөнән