"Башҡортостан" гәзите "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районында командировка ваҡытында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов менән осрашты, ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә ҡатнашты. Сара аҙағында "Башҡортостан" гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы үткәргән "Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы" конкурсында өсөнсө урын яулаған Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Владимировна Сатинаны ҡотлап, диплом тапшырҙыҡ. Наталья Сатина 30 йылға яҡын ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй, былтыр ул ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Ул үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән ауылдаштары, районы етәкселеге алдында абруй ҡаҙанған. Наталья Владимировна еңел булмаған эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ һәм яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ! Фото: Әбйәлил район хакимиәте.