Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡотҡара алманылар...

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Амур өлкәһендә ер аҫтында ҡалған 13 тау эшсеһен, шул иҫәптән биш яҡташыбыҙҙы, ике аҙна эҙләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн оператив хеҙмәттәр рәсми рәүештә эштәрҙе туҡтатҡан, сөнки ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашҡан белгестәрҙең ғүмере хәүеф аҫтында: рудник артабан емерелеүе ихтимал. Быға тиклем ҡаҙылған скважиналар барыһы ла һыу, балсыҡ һәм боҙ менән тулған. "Пионер" руднигында ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт. Белгестәр ҡулынан килгәнен барыһын да эшләне, тип ышанам. Бөгөн эксперттар ҡотҡарыу эштәрен тамамларға ҡарар итте", - тип яҙған Амур өлкәһенең губернаторы Василий Орлов үҙенең телеграм-каналында. “Пионер” руднигында һәләк булғандарҙың ғаиләләре бер йыллыҡ эш хаҡы кимәлендә, ә балалары 18 йәшкә тиклем түләүҙәр аласаҡ. Шахтерҙарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...Ныҡ булығыҙ! Фото: ufa.kp.ru