Өфө ҡалаһының 34-се спорт мәктәбендә яңы уңайлы мәктәп автобусы барлыҡҡа килде. Транспорт Башҡортостандың Спорт министрлығы булышлығында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә килтерелде. Автобус 16 урынға иҫәпләнгән. Транспорттың хаҡы – 3.900.000 һум. Унда күтәрелмәле (механик) баҫҡыс, ултырғыстарҙың һәр рәтендә “Туҡталыуҙы талап итеү” төймәһе, салон эсен күҙәтеү өсөн артҡы сфера көҙгөһө, тауыш көсәйтеүсе ҡоролма, инеү-сығыу зонаһын яҡтыртыу, ЭРА-ГЛОНАСС системаһы һәм башҡалар бар. Пассажир ултырғыстары дүрт нөктәле хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм махсус таянсыҡ менән йыһазландырыла. Автобус ярҙамында 34-се спорт мәктәбе волейболсылары республика биләмәһендә лә, унан ситтә лә ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ. “Яңы техника – был күберәк мөмкинлектәр, сәфәрҙәр, уйын тәжрибәһе. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанам. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығына спорт мәктәбебеҙҙең матди-техник базаһын нығытыу өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ә балаларға – йәшел ут һәм хәүефһеҙ юлдар!” – тине 34-се спорт мәктәбе директоры Виктор Кузнецов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Спорт министрлығы.