Ҡариҙел районында тыуып үҫкән билдәле артист, республика конкурстары лауреаты, “Певец” позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһынан тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Һалдат район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин эргәһендә булып, хәл-әхүәл һорашырға ла өлгөргән. Район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, “Певец” райондың Байҡыбаш ауылынан. Бала саҡтан сәхнәлә сығыш яһау тураһында хыялланған, концерттарҙа ҡатнашырға яратҡан. Яугирҙең ғаиләһе, өс балаһы бар. Тыныс ваҡытта район мәҙәниәт йорто менән хеҙмәттәшлек иткән. 2023 йылда үҙе теләп махсус хәрби операция зонаһына китә, хәрби бурысын үтәү менән бергә ижады менән һалдаттарҙың рухын күтәрә. Район етәксеһе яугиргә яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға Рәхмәт хаты тапшырҙы, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите. “Певец” үҙ сиратында туғандарына, яҡташтарына, район хакимиәтенә гуманитар ярҙамдары һәм таяныс булыуҙары өсөн рәхмәт әйтте. Беҙ уға иҫәнлек,уңыштар теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьә