Борон римлеләр үҙҙәренең календарындағы икенсе айҙы, латинса «аперире» (асылыу) һүҙенән алып, «априлис» тип атаған. Ысынлап та, был айҙа бөрөләр асыла.Боронғо ата-бабаларыбыҙ календары буйынса йылдың беренсе айы - науруз 21 апрелгә тиклем дауам итә. 22 апрелдән һабан айы башлана. * Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.* Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.* Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы - йылы йәйгә.* Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.* Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.* Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.* 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа - һыуыҡҡа.* 7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.* 8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай. *23 апрелдә иртә менән ысыҡ мул төшһә, ҡарабойҙай уңыр.*Ҡыр ҡаҙҙары бей