Косметика һәм көнкүреш химияһы өсөн ҡаптар етештереүсе “Беринг” компанияһының етештереүсәнлеге 15 процентҡа артҡан. Бындай һөҙөмтәгә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы, полимер флакондар, банкалар һәм шешәләр етештереү процесын оптиммәләштереү һөҙөмтәһендә өлгәшкәндәр, тип хәбәр итә төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары ярты йыл дауамында диагностика эшләп, эталон участкаһы булдырған. Предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙән эшсе төркөм ойоштороп, улар һаҡсыл производствоға уҡытылған. Бынан тыш оператив контроль өсөн мәғлүмәт үҙәге лә булдырылған. Пилот эшендә эш урындарының уңайһыҙлығы, ҡорамалдарҙың етешмәүе кеүек етешһеҙлектәр асыҡланған. Уларҙы хәл итеү маҡсатында ҡап тағатыу һәм контроль өсөн өҫтәмә яҡтылыҡ менән махсус урын, сеймал запасын һаҡлау өсөн киңлек булдырылған, конвейрҙа һаҡлау экрандары ҡуйылған, полимер ҡатышмалары ҡалдыҡтарын һаҡлау өсөн стеллаж эшләнгән. Индерелгән үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә пилот участкаһында етештереү ваҡыты 18 процентҡа кәмегән, запастар 40 процетҡа аҙайған. Тәжрибәне артабан таратыу өсөн предприятиела һаҡсыл производтво буйынса ике инструктор эшләй. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.