Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле осор башланды. Уңғандарҙың тәҙрә төптәрендә күптән инде һуған, петрушкалары өлгөрҙө, ҡыярҙары ҙурая баралыр. Борос, помидор үҫентеләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Күптәр һуған орлоғон һатып алғас та шунда уҡ ергә ултырта, аҙаҡ ҙурайманы тип ҡаңғыра. Һуғанға ла үҙенсә тәрбиә кәрәклеген оноторға ярамай. Һуғанды ултыртыр алдынан тәүҙә:3 сәғәт тоҙло һыуҙа тотабыҙ (1 л һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ). Алып сайҡатабыҙ ҙа артабан 2 сәғәт шыйығыраҡ марганцовка иретмәһендә тотабыҙ. Тағы сайҡатабыҙ. Аҙыраҡ кипкәс, ултыртырға мөмкин. Түтәлде ашлама һәм тиреҫ ҡушып эшләгеҙ. Был йәшелсә йомшаҡ ер ярата, шуның өсөн ҡом һәм кирбес онтағы һалыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Өс йыл һаҡланған ағас онтағы ҡушырға ла мөмкин. Һуғанды орлоҡтан үҫтереү өсөн иртә сәселә торған “строгановский” сортын ҡаптарға апрель башында сәсәләр, ҡуйы итеп төртөргә лә мөмкин. Ә май башында үҫентеләрҙе рәт араларын 15-20 сантиметр ҡалдырып айыралар. Һуған себене кишерҙән ҡурҡа, шуның өсөн түтәл буйлап кишер сәсерг