Шишмә районының Келәш ауылындағы Мостай Кәрим исемендәге мәктәпкә яңы спорт ҡорамалдары һатып алынасаҡ. Ошо турала Шишмә район хакимиәте хәбәр итте. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф “ милли проектына (национальный проект “ Образование “) ярашлы башҡарыла. “Хәҙерге юғары технологиялар һәм компьютерлаштырыу заманында хәрәкәт эшмәкәрлегенә мохтажлыҡ ныҡ артты. Йәштәрҙе, мәктәп уҡыусыларын спорт менән шөғөлләнеүгә һәм сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ”, – ти Шишмә районы мәғариф идаралығың әйҙәүсе белгесе Тимур Ситдиҡов. Фото: “Башинформ”.