Быйыл да яҙ үҙенең ярһыу ташҡындары, ҡапыл иретеп, йылғаларҙа боҙҙарҙың тиҙ китеүенә килтерҙе. Тәбиғәт ҡанундары алдында хатта әҙәми зат та көсһөҙ шул. Сибай - Асҡар юлы ла, бер нисә минутта Казанка ауылы янындағы йылға күпер аша ағып китеүе сәбәпле, ябылған. Бөгөн күптәр Асҡарға Магнитогорск аша урап ҡайтырға йәки килергә мәжбүр. Был хәлдең бигерәк тә уҡыусыларҙың каникулдары тамамланыуы сәбәпле, күп ата-әсәләргә мәшәҡәттәр тыуҙырҙы, сөнки Әбйәлил районының күп балалары Сибайҙағы гимназия-интернатта белем ала. Юлдың ябылыуы сәбәпле, шулай уҡ Сибай- Төйәләҫ маршруты ла әлегә туҡтатылған. Ә бит был күпер күптән инде яраҡһыҙ тип табылып, яңынан төҙөүҙе талап итә. Йыл һайын тигәндәй ошондай хәл ҡабатлана. Тик етәкселәр генә был хаҡта ни өсөндөр эште һуҙа бара. Фото һәм видео: асыҡ сығанаҡтан.