Өфөлә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән рөхсәтһеҙ сүп өйөмдәрен юҡ итеү мәсьәләләре тураһында һөйләште. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “ Экология“ милли проектына (национальный проект “ Экология “) ярашлы башҡарыла. Ултырышта шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт барышы ла тикшерелде. “Йәшәү хәүефле булған объекттарға иғтибарҙы йүнәлткем килә. Ундай йорттарҙа ремонт тәүге сиратта эшләнергә тейеш. Кешеләр хеҙмәтләндереү өсөн түләй һәм бының йоғонтоло булыуын да көтөргә хаҡлы. Шуға күрә төҙөлөш сараларының сифаты һәм ваҡытында башҡарылыуы һәр саҡ контролдә булһын. Халыҡтан ялыуҙар килеүе дауам итә һәм улар нигеҙле, прокуратура тикшереүҙәре лә нормативтарҙың боҙолоуын раҫлай”, – тине Алексей Касьянов. Фото: “Башинформ”.