Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се юбилей ижад миҙгелендә танылған эстрада артистарының шәхсән концерттары менән ҡыуандырыуҙы дауам итә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың республика район-ҡалаларында барған тығыҙ гастролдәр теҙмәһендә, ниһайәт, Өфөләге концертҡа ла ваҡыт табылды. 29 мартта филармонияның ҙур залында "ЯҘҘАР МЕНӘН КИЛГӘН ҺӨЙӨҮЕМ ҺИН" тип аталған концертында Искәндәр ижадташ дуҫтары – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хәлит Фәтихов, Айгөл Әсәҙуллина һәм Фәриҙә Ғаззалова менән сығыш яһаны. Музыканттар, төрлө конкурстар лауреаттары: баянда - Салауат Хәлилов, саксофонда - Арыҫлан Оморҙаҡов, флейтала - Адель Киселевская. "Звездный путь" һәм "Созвездие" бейеү төркөмдәре бейеүселәре сағыу сығыштары менән биҙәне. Концертҡа Искәндәр Ғәзизовтың ижадын яратҡан, хөрмәт иткән ҡәҙерле ҡунаҡтар ҙа килде - "Артыш" Белорет районы яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Рәйес Исмәғилев һәм "Б