Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау сифатын тикшерҙеләр. Төҙөлөш-техник күҙәтеү белгестәре һәм федераль юл агентлығының “Урал буйы” федераль автомобиль юлдарын файҙаланыу ойошмаһы 2020-2023 йылдарҙа ремонтланған объекттарҙы тикшерҙе. Был юлы Блюхер, Салтыков-Щедрин, Ҡара диңгеҙ, Урман, Кочетов, Тыныслыҡ һәм Техник урамдарындағы юлдарҙың торошон тикшерҙеләр. – Был объекттар гарантияла. Тикшереү ваҡытында өс метрлыҡ юл рейкаһы ярҙамында юлды буйға һәм арҡырыға үлсәүҙәр башҡарыла. Тикшереү барышында юлдарҙың айырым участкаларында етешһеҙлектәр – ярыҡтар йәки асфальт-бетон япма ситенең зарарланыуы, ҡайһы бер урындарҙа күҙәтеү ҡоҙоҡтары ҡапҡастарының төшөүе асыҡланды, – тип һөйләне Стәрлетамаҡ хакимиәтенең “Капиталь төҙөлөш идаралығы” төҙөлөш-техник күҙәтеү инженеры Фәнис Ғафаров. Комиссия етешһеҙлектәрҙе теркәгән һәм тикшереү акттарын төҙөгән. 2024 йылдың июнь аҙағына тиклем подряд ойошмалары бөтә иҫкәрмәләрҙе бөтөрөргә һәм үҙ иҫәбенә ҡабаттан