Күптәрҙең яратҡан артисы Сәғиҙулла Байегет йырсы карьераһын тамамларға булған. Апрелдә уға 50 йәш тула. Шул айҡанлы 3 апрелдә Өфөлә "Башҡортостан" концерт залында уның ҙур концерты була. Ир уртаһы еткән мәлдә ниндәйҙер һығымта, йомғаҡлау яһарға ла ваҡыттыр, күрәһең. Бына йырсы үҙе нимә тип яҙа был турала: "Шулайыраҡ хәлдәр, дуҫтар. Йыр сәнғәтендә оло бер нөктә ҡуймаҡсымын. Дер һелкетеп юбилейымды үткәрергә лә башҡаса шәхсән концерттарымды эшләмәҫмен, ахыры, сөнки һәр нимәнең үҙ ваҡыты бар..." Бының менән тормош тамамланмай, әлбиттә. Сәғиҙулла Байегеткә башҡа эш-шөғөлдәрендә лә уңыштар теләйек! Фото: https://vk.com/id125235703