Белорет районында тағы ла бер күп сериялы нәфис фильм төшөрөлдө – режиссер Сергей Пикаловтың “Нуль нөктәһе. Эпицентр” (“Точка ноль. Эпицентр”). Төп ролдә Марина Александрова уйнай. Фильм сюжеты буйынса тәжрибәле вирусолог Мәскәүҙәге тормошон ташлап, Новосибирскиҙағы ғилми-тикшеренеү үҙәгенә эшкә күсә. Төпкөл ауылда ул миллионлы ҡалаға күсеү ҡурҡынысы янаған билдәһеҙ ауырыу сығанағын таба. Картинаның төп эпизодтарын былтыр йәй Отнурок, Ишле ауылдарында һәм Морат тау саңғыһы үҙәгенән алыҫ булмаған шәхси ҡунаҡханала төшөргәндәр. Фильм төшөрөүҙә Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы ла ҡатнашҡан. Белореттар күмәк сәхнәләрҙә төшә, реквизит менән ярҙам итә, ижад төркөмөн транспорт менән тәьмин итә. 4 апрелдә сериалдың премьераһы ИВИ (IVI) платформаһында була, һуңынан уны НТВ телеканалында күрһәтәсәктәр. – Беҙҙең район, үҙенең матур тәбиғәте арҡаһында, бер нисә тапҡыр кинематографистарҙы йәлеп итте. Яңыраҡ режиссер Ольга Субботинаның “Бәхет тауҙар артында түгел” (“Счастье не за горами”) сериалын, режиссер Александр Галибиндың “Һеңлекәш” (“Сестренка”) фильмын һәм, әлбиттә, совет фильмдарын – “Юғалған экспедиция” (“Пропавшая экспедиция”) һәм легендар “Мәңгелек саҡырыу” (“Вечный зов”) сериалын төшөргәндәр, – тине Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Фото: скриншот. Видеояҙма Андрей Иванюта сәхифәһенән.