Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтарына гуманитар ярҙам алып барыуҙары хаҡында яҙған. "Гуманитар ярҙам уңышлы алып барып еткерелде. Тәүҙә Луганск өлкәһендә булып, Даян Мурзин исемендәге батальонда хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә "ГАЗ-66", күсмә мунсаны, туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ. Әйтергә кәрәк, Даян Мурзин исемендәге батальондың бер ротаһында командир булып “Алдар” позывнойлы яҡташыбыҙ хеҙмәт итә. Уның ҡулы аҫтындағы егеттәр яҡташыбыҙ тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте, һәләтле, оҫта командирҙан ҡәнәғәтбеҙ, тиҙәр. Шулай уҡ Луганск өлкәһендә ремонт бригадаһында хеҙмәт итеүсе егеттәргә бысҡы, эш ҡоралдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырҙыҡ. Артабан Донецк өлкәһендәге бер нисә подразделениела яҡташтарыбыҙ менән осрашып, уларҙы яҡындары ебәргән шәхси посылкалар һәм сәләмдәре менән ҡыуандырҙыҡ. Шунда уҡ сәнғәт мәктәбе бүләк иткән ҡурайҙа
