Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әмирлектәр менән бәйләнеш нығына

Шул уҡ ваҡытта был тышҡы сауҙа әйләнеше 99 процентҡа Ғәрәп Әмирлектәренә экспорттан тора. Үҙ-ара тауар әйләнеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. – Был ил уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса 3,7 процент өлөш менән Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы буйынса Башҡортостандың партнер илдәре араһында алтынсы урынды биләй. 2022 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был рейтингта 20 позицияға күтәрелде. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспорт күләменең 5,7 тапҡырға артыуы теркәлде, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – 2023 йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостандан Әмирлектәргә экспорттың нигеҙен минераль продукттар (74,5%), башҡа тауарҙар (15,3%), химия сәнәғәте продукцияһы (9,5%) тәшкил итте, – тип үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәре тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандан экспорт йәһәтенән бойҙай, турбореактив һәм турбовинтлы двигателдәр, газ турбиналары, йомортҡа, шыйыҡлыҡ насостары, көнбағыш, мамыҡ майҙары, шулай уҡ, минераль йәки химик ашламалар килтереү перспективалы йүнәлештәр булып тора. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.