Башҡортостан Республикаһының балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен һәм таланттарын асыҡлау, яҡлау һәм үҫтереү буйынса “Аврора” төбәк үҙәгендә “Ҙур саҡырыуҙар” Бөтә Рәсәй фәнни-технология проекттары конкурсының төбәк этабы үтте. - Конкурста республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Балалар 13 төрлө йүнәлеш буйынса ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс проекттар тәҡдим итте. Һәр тема ҡатнашыусыларҙың талантын һәм һәләтен асып ҡына ҡалманы, ә бөгөнгө замандың көнүҙәк мәсьәләләренә лә арналды, - тип билдәләне БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин. Уҡыусылар “Агросәнәғәт һәм биотехнологиялар”, “Генетика һәм биомедицина”, “Заманса энергетика”, “Экология һәм климаттың үҙгәреүен тикшереү”, “Аҡыллы ҡала”, “Йыһан технологиялары” һәм башҡа йүнәлештәр буйынса проекттар тәҡдим итте. 1 апрелдә йомғаҡлау турында ҡатнашыусыларҙың исемлеге әҙер була, ул 10 апрелдән 15 майға тиклем уҙасаҡ. Йомғаҡлау турының ойоштороусыһы булып “Сириус” белем биреү үҙәге сығыш яһай. Был конкурста Рәсәйҙән һ