106. Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم Сөннәтенә тап килмәгән ғәмәлде нимә тип атайбыҙ?
Яуап: Бидғәт (البدعة)
Быға дәлил 'Ирбәд ибнү Сәәриә رضي الله عنه әйтте: ⇦ "Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم беҙҙең күҙҙәрҙе йәшләндерерлек һәм йөрәктәрҙе тетрәндергес итеп вәғәзләне. Кемдер шунан әйтте: -Йә, Рәсүлә Аллаһи! Был хушлашҡан кешенең һүҙҙәре һымаҡ, нимәне беҙгә уасыят итерһең?, - тип. Һәм Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Һеҙ Минең Сөннәтем һәм тура юлдан барыусы, хаҡта йүнәлтелеүсе халифтарҙың юлынан барығыҙ! Сөннәткә аҙау тештәрегеҙ менән тотоноғоҙ. Дингә яңылыҡ индереүҙән йыраҡ булығыҙ. Ысынлыҡта, һәр бер яңылыҡ ул бидғәт, һәм һәр бер бидғәт ул аҙашыу".
Мүснәд Әхмәд (17142), Сүнән Әби Дәүд (4607), һәм Шейх Альбани Сахих тип "Ирүә әл-ғәлил" дә килтерҙе (165), шул уҡ Шейх Муҡбил хәсән тип Сахих Мүснәдтә (921) килтерҙе.
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa