Элек инәй-өләсәйҙәр яҙғыһын ҡар һыуына йөрөгән. Бер шундай йылы хәтирә уҡып алайыҡ әле. "Хәҙерге йәштәр ҡар һыуының ни икәнен беләме һуң? Аңлайҙармы? Күрше-тирә инәйҙәр кистән үк кәрәкле әйберен әҙерләп ҡуялар. Ҡасанғараҡ сығырға алдан һөйләшеп-килешелгән була. Яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында ҡалын-ҡалын ҡар ҡатламы, ҡышҡы бурандан һуң өйөлгән тау-тау өйөмдәр шаулап ирей. Йылғаның да шаҡырайып туңған боҙо иреү өҫтөндә. Ҡышҡы осорҙа мәке уйып, ҡайҙа мал һуғарған, ҡайҙа сәйгә генә тип, таҙаға уйылған мәкегә һары һыу төшә башлаған ваҡыт бит ул яҙ көндәре. Ана шул, һары һыу төшөп, йылға һыуы бысранған саҡта күршеләребеҙ ҡар һыуына барыу өсөн әҙерләнә. Ул ваҡытта мин бигерәк бәләкәй генәмен. Һәр яңы һүҙ, яңы ым, хатта ошо тәбиғәт күренештәре лә минең өсөн яңылыҡ. Бер ҡолаҡҡа төшкәс, күҙ менән дә күрәһе килә бит хәҙер. Ҡайҙалыр йыйынған инәйҙәрҙең артынан ҡалмаҫҡа, иртә менән улар бараһы ҡар һыуына бараһым барлығын иҫәпкә алып, иртәрәк ятып йоҡлап китәмен. Һәм бына, төн үткән. Өйҙә иртәнге мәшәҡәттәр ҙә тамам. Ипләп кенә ишек асыла. - Зөлхизә, беҙ сыҡтыҡ, - тип ҡыя тәҙрәләш күрше Нурсафа инәй мөмкин тиклем шымыраҡ тауыш менән әсәйҙе тышҡа саҡыра. Тып тороп баҫам, шарт та шорт кейенә һалып, әсәйемдән дә алда сығып тышҡа йүгерәм. Иңдәренә көйәнтә һалып, буш биҙрәләрен элеп алған инәйҙәрҙе күреп иҫ-аҡылым китә бер килкем. Ҡыҙыҡ икәндә һә был инәйҙәр! Ҡасандан шулай эйәртенешеп һыуға йөрөргә булып киткәндәр икән? Улай тиһәң, ҡар һыуына барабыҙ, тиҙәр ине. Төндә бәләкәй кәмеп ағып ятҡан ҡар ирегәндән йыйылып аҡҡан бысыра-а-а-аҡ һыуға ҡарайым, бер инәйҙәрҙе күҙәтәм. Оҙаҡ көттөрмәй улар ҙа ҡуҙғалды. Һәм тағы ла ни ғәләмәт һуң әле, былар һыу юлына төшмәне бит! Аһ-аһ, тау үренә ҡарай атланылар! Ҡат-ҡат кейгән кейемемә саҡ көсөм етеп, һүҙһеҙ генә арттарынан төшәм. Ҡыш буйына тауға сана шыуырға йөрөгән юлдан ололар өҫкә ҡарай күтәрелә. Уларҙың хәбәренә ҡолаҡ һала-һала тау башына үк менеп еттек. Былар тауҙан шыуырға кәрәк булмағас, һыуһыҙ, йылғаһыҙ тау башында нимә тип киләләр, бөтә урам инәйҙәре ни эшләргә менгәндер тип килә торғас, бөтөнләй тау артына ыңғайлап төшөп киттеләр. Мин телһеҙ ҡалып уларҙы күҙәтәм. Һәм, беләһегеҙме, нимә күрәм?! Тау артында ҙур ғына йылға ағып тик ята! Ысын-ысын! Ә һыуы, ә һауаһы бында! Әлдә йоҡлап ятып ҡалмағанмын, әлдә генә килгәнмен. Был йылға һыуы ялтырап ята, шәп-шәп, әле тегеләй, әле былай борғоланып, сәсрәп аҡҡан һыуҙы күреп сәпәкәй итеп ебәрәм. И-ий, инәйҙәрем, һеҙ ниндәй шәп, ниндәй белемсе икәнһегеҙ! Ғүмере лә уйламаҫ инем, ошондай ер барлығын. Яйлап биҙрәләренә ижау менән һыу тултыралар. Текә яры ла, төҫлө ҡом-таштары ла булмаған саф һыулы, юҡтан барлыҡҡа килгән был шәп йылғаның һыуын ҡәҙерләп кенә мөлдөрәмә тултырып алғас, инәйҙәрҙең көйәнтәләрен иңдәренә һалып, ипле генә итеп биҙрәләрен көйәнтә ҡылыһына элеп алыуҙары, берен-бере мәрәкәләү, ниндәйҙер оло эш башҡарыу тантанаһы менән ҡайтыуға юл алалар. Байтаҡҡа ҡалҡҡан ҡояш нурҙарында тағы ла матурайып туҡтауһыҙ шаулап аҡҡан ҡар һыуынан усыма алып тәмләүем, ошо сафлыҡ өсөн сабыйҙарса ҡыуаныуым ошо көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Ул инәйҙәр ҙә, әсәйем дә күптән юҡтар. Шулай уҡ көйәнтәләп һыуға барыуҙар, ҡар һыуына йөрөү ҙә күптән онотолған. Ошо һыу юлына үҙҙәре менән алып барыусы үрге остоң инәй, әсәй, еңгәй, өләсәйҙәр, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, ғаилә тип йән атып тороу, яҡшы тәрбиәгеҙ өсөн Аллаһтан мең рәхмәттәр яуһын. Ятҡан урындарығыҙ тыныс, ҡараңғы гүрҙәрегеҙ яҡты, йәндәрегеҙ йәннәттә булһын. Ҡалғандарыбыҙға ике донъя рәхәтен, ике донъя ниғмәтен татып, тыныс тормошта рәхәтләнеп йәшәргә насип булһын". Рәғиҙә Хызырова сәхифәһенән. Фото: https://kara-yakup-lib.ru/news/2023/03/1190/ Архив фотоһы Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.