Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә Башҡортостан вузындағы ҡыҙыҡлы яңылыҡ тураһында һөйләнеләр. “Гараж” инженер үҙәгендә студенттар булған ҡулайламаларҙан һәм деталдәрҙән яңы приборҙар эшләй ала. Университеттағы “Гараж” иртәндән кискә тиклем эшләй. Бында студенттар микроконтролерҙар программалайҙар, электр машиналары һәм 3D моделдәр төҙөй. Яңыраҡ үҙәктә беренсе курс студенттары өсөн проект аҙналығы үтте, бында уҡыусылар, командаларға бүленеп, электр самокаттары өсөн сымһыҙ зарядка ҡулайламаһы, электр двигателенең прототибын һәм башҡа ҡулайламалар эшләнеләр. “Киләсәк моторы” алдынғы инженерҙар мәктәбе директоры Вячеслав Вавилов билдәләүенсә, проект аҙналығында студенттар яңы белемде үҙаллы үҙләштерҙеләр. Мәғлүмәт һәм фото: https://resbash.ru/news/obrazovanie/2024-03-29/v-ufimskom-universitete-nauki-i-tehnologiy-otkrylsya-inzhenernyy-tsentr-garazh-3706391
Өфө фән һәм технологиялар университетында "Гараж" инженер үҙәге асылды
29 марта 202429 мар 2024
~1 мин