Найти тему
Башҡортостан гәзите

22 йәшлек геройға иң хәүефле йүнәлештәрҙә һуғышырға тура килә

“Банкир” позывнойлы был яугиргә ни бары 22 генә йәш, 2022 йылдың 24 февраленән алғы һыҙыҡта, иң хәүефле йүнәлештәрҙә һуғышырға тура килә. Срочный хеҙмәткә саҡырылғас, фронтҡа үҙе теләп китә. Тәүҙә рядовой булып хеҙмәт итә, аҙаҡ отделение командиры, өс айҙан Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлағас, кесе лейтенант званиеһында взводҡа етәкселек итә, тип яҙа "Стерлитамакский рабочий". Йәш кенә булһа ла, уны һуғыш ветераны тип атап була. Иң хәүефле йүнәлештәрҙә хеҙмәт итергә өлгөрә: Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында, Харьков өлкәһендә, Херсон эргәһендәге Днепрҙың уң яҡ ярында. Ә тәүге көндәрҙә Киев эргәһендәге бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Кременная ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа яугир Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана. Был ҡала Рәсәй ғәскәрҙәре тарафынан ҡотҡарылған беренсе ҡала булды. “Банкир”ҙың күкрәген шулай уҡ “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары биҙәй. Ике тапҡыр яралана. Икеһе лә декабрҙә. Тәүгеһендә яра ныҡ булмай, уны эшкәртеп, бәйләгәндән һуң егет йәнә алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Икенсе тапҡыр аяғы ҡаты яралана.Әле ул госпиталдә дауалана, батырҙы демобилизация көтә. Беҙ уға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://srgazeta.ru/articles/novosti-sterlitamaka/202..