Социаль селтәрҙәрҙә ошо видео таралды. Ҡайһы төбәктә булған хәл икәне әлегә билдәле түгел, шулай ҙа яҙғы ташҡын осоронда һаҡ булырға саҡырабыҙ. Йылға-күл буйҙарында балаларҙы ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ, һыу ятҡылығына автомобиль менән дә яҡын бармағыҙ, сөнки һыуҙың ҡапыл күтәрелеүе лә ихтимал. Был мәлдә айырыуса ҡар һыуҙары хәүефле. Ямғырҙар, һауа температураһындағы киҫкен үҙгәрештәр ҡарҙың ҡапыл иреүенә килтерә. Быйылғы яҙҙа ошондай тәүге осраҡ Әлшәй районының Раевка ауылында булған. Һыу йортҡа үтеп ингән. Хужаларға ваҡытлыса йәшәү урынына күсергә тәҡдим иткәндәр, әммә улар баш тартҡан. Ҡотҡарыусылар һыуҙы ситкә йүнәлтеү өсөн участкала траншея ҡаҙған. Артабан ҡар һыуҙары арҡаһында зыян күреү тураһында хәбәрҙәр башҡа райондарҙан да килә башлаған. БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 25 мартҡа ҡарата республиканың дүрт ҡалаһында һәм 14 районында һыу баҫыу осрағы теркәлгән. Һыуҙан зыян күргән участкаларҙың иң күбе Сибайҙа – 11, артабан Өфөлә – ете, Баймаҡ районында – алты, Өфө районында – дүрт, Дәүләкән районында, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьскийҙа – өсәр, Әбйәлил, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Хәйбулла, Шишмә райондарында берәр осраҡ теркәлгән. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, уларҙың барыһында ла ваҡытында тейешле саралар күрелгән. Әйткәндәй, ҡарҙың ҡапыл иреүе күсемһеҙ милеккә генә түгел, башҡа йәһәттән дә зыян килтереүе бар. Мәҫәлән, Дәүләткилдиев бульварында бер нисә машина бәрелешкән. Улар барыһы ла ҡарлы-боҙло һөҙәк урында ултырған. Ямғыр яуып, боҙ ирей башлағас, автомобилдәр ултырған урынынан шылып, бер-береһенә бәрелгән. Фото: видеонан скриншот.