Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ял көндәренә һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус. Шәмбе, 30 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, көндөҙ 0, +5 градус. Йәкшәмбе, 31 мартта, бер аҙ ҡарлы ямғыр, төндә айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә-0, -5, көндөҙ +2, +7 градус. Күп район һөм ҡалалар урамдарын һыу баҫты, хатта йорттарға һыу инеү осраҡтары теркәлде. Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы һәм ямғырҙар яуыуы һыу ташыуына сәбәпсе. Бар осраҡта һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ, ташҡынға һәр саҡ әҙер булығыҙ! Фото: Владислав Никишин. rtraveler.ru