Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн терроризмдың нимә икәнлеген аңлатып тороу артыҡ. Беҙҙең быуын быны үҙ күҙҙәре менән күрә һәм кисерә. Илебеҙҙең дошмандары артҡан саҡта был бәлә йәнә баш ҡалҡытты. Быға 22 мартта Мәскәү өлкәһендә булған ҡот осҡос фажиғә сағыу миҫал. Шуға күрә бөгөнгө яҙмала теракт менән күҙгә-күҙ осрашҡанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Уларҙы ысын тормошта файҙаланырға Хоҙай ҡушмаһын, шулай ҙа белеп ҡуйыу ҙа артыҡ булмаҫ. Атыш ваҡытына эләкһәгеҙ үҙеңде нисек тоторға Әгәр атышыу тышта булһа: - шунда уҡ ергә ятығыҙ һәм ипләп кенә тирә-яҡты ҡарағыҙ. Яҡында йәшенерлек урын булһа, аяҡҡа баҫмайынса уға табан шыуығыҙ. Йәшенер өсөн биналар, һәйкәлдәр, бетон бағаналар, бордюрҙар, соҡорҙарҙы һайларға була. Мөмкинлек булыу менән тораҡ йорт подъезына, ер аҫты үткәүелендә йәшенегеҙ һәм атыш бөткәнен көтөгөҙ; - балаларҙы һаҡлау сараһын күрегеҙ, кәрәк булһа уларҙы үҙ кәүҙәгеҙ менән ҡаплағыҙ; – мөмкинлек булыу менән был турала полицияға хәбәр итегеҙ. Әгәр атышыу өйҙә башланһа: - ванна бүлмәһенә йәшенегеҙ йәки иҙәнгә ятығыҙ. Бүлмәлә ҡалыу хәүефле, сөнки пуля ҡаҡлығып китеп һеҙгә тейеүе бар. Автобус, троллейбус, трамвайҙы ҡулға алһалар – террорсыларҙың иғтибарын үҙегеҙгә йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ, күҙҙәренә ҡарамағыҙ, ювелир биҙәүес әйберҙәрегеҙҙе сисегеҙ. Ҡыҫҡа итәкле юбка кейгән ҡатын-ҡыҙҙарға аяҡтарын ҡапларға кәрәк; - тынысланығыҙ һәм был хәлдән иғтибарығыҙҙы күсерергә тырышығыҙ, мәҫәлән китап уҡығыҙ; - салон буйлап йөрөмәгеҙ һәм террористар ҡушмаһа, сумкағыҙҙы асмағыҙ; - салонды ҡарап сығығыҙ һәм атыш башлана ҡалһа, йәшеренерәк урын ҡарап ҡуйығыҙ; - террорсыларҙың үҙҙәрен провокациялы тотоуына реакция күрһәтмәгеҙ; - әгәр махсус хеҙмәттәр штурм башлаһа – шунда уҡ ултырғыстар араһына иҙәнгә ятығыҙ һәм аҙағына тиклем тормағыҙ; - һеҙҙе азат итһәләр, шунда уҡ сығып ҡасығыҙ, сөнки автобуста шартлатҡыстар булыуы ихтимал. Һеҙҙе аманат итеп алһалар - һөжүм итеүселәрҙе ҡоралға тотонорға мәжбүр иткән аҙымдар эшләмәгеҙ; - террорсыларҙың кәмһетеү, насар һүҙҙәр әйтеүенә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ, күҙҙәренә ҡарамағыҙ, үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ; – ығы-зығы һәм паникаға юл ҡуймағыҙ, уларҙың талаптарын үтәгеҙ, ҡаршы әйтмәгеҙ, үҙегеҙҙең һәм янығыҙҙағы кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ; - нимә лә булһа эшләр алдынан (ултырырға, торорға, һыу эсергә, бәҙрәфкә барып килергә һәм башҡалар) енәйәтселәрҙән рөхсәт һорағыҙ; - яраланған булһағыҙ, хәрәкәтләнмәҫкә тырышығыҙ. Бының менән күп ҡан юғалтыуға юл ҡуймаясаҡһығыҙ. Махсус хеҙмәттәр һеҙҙе ҡотҡара башлағанда: - битегеҙ менән аҫҡа ҡарап иҙәнгә ятығыҙ, башығыҙҙы ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ һәм хәрәкәт итмәгеҙ; - мөмкинлек булһа, ишектәрҙән, тәҙрәләрҙән алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ; - махсус хеҙмәттәргә ҡаршы йүгермәгеҙ һәм уларҙан ҡасмағыҙ, һеҙҙе енәйәтсе тип уйлауҙары бар. Эвакуация башлаған саҡта - документтар, аҡса, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ; - электр, газ, һыуҙы, мейестәге утты һүндерегеҙ; - өлкән йәштәге һәм сирле кешеләргә эвакуацияланырға ярҙам итегеҙ; - тышҡы ишегегеҙҙе бикләгеҙ; - ташлап киткән бинаға яуаплы кешеләр рөхсәт иткәс кенә кире инегеҙ. Шикле әйбер тапһағыҙ - шикле әйбер тапһағыҙ, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. әгәр йәмәғәт транспортында күрһәгеҙ, кешеләрҙән һорашығыҙ. Хужаһын тапмаһағыҙ, водителгә, полицияға хәбәр итегеҙ. Әгәр йорт подъезында тап итһәгеҙ, күршеләрҙән кемдеке икәнен белешегеҙ. Табылмаһа – полицияға. Берәй учреждениела күрһәгеҙ, уның етәксеһенә хәбәр итегеҙ. Иң мөһиме: - теймәгеҙ, асмағыҙ һәм урынынан күсермәгеҙ; - тапҡан ваҡытты билдәләп ҡуйығыҙ; - кешеләрҙе был предметтан алыҫыраҡ китегеҙ тип иҫкәртегеҙ; - оператив-тәфтиш төркөмө килеүен көтөгөҙ. Предметтың тышҡы ҡиәфәте уның эсендә нимә ятҡанын йәшерә ала. Ғәҙәттә, хәүефле әйберҙәрҙе ябай сумка, пакет, төргәк, ҡап, уйынсыҡ эсенә һалалар. Ата-әсәләр! Балаларығыҙға ныҡлы аңлатығыҙ: таныш булмаған бер нәмәгә лә теймәһендәр. Был ғүмерҙәре өсөн хәүефле булыуы ихтимал. ПСИХОЛОГ КӘҢӘШЕ Насар уйҙарҙан нисек ҡотолорға? Негатив мәғлүмәт ағымына нисек ҡаршы торорға? Нисек итеп иғтибарҙы яҡшыға йүнәлтергә өйрәнергә? Эмоциональ тигеҙлекте нисек һаҡларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы психологы Валентина КРАСИЛЬНИКОВА яуап бирҙе. “Һуңғы көндәрҙәге яңылыҡтарҙың үҙебеҙгә аныҡ хәүеф янамаһа ла, борсолоуҙы арттырыуын һиҙәбеҙ. Эйе, бындай осраҡта борсолоу, ҡурҡыу, юғалып ҡалыу, ярҙамһыҙлыҡ һәм башҡа ауыр хистәр тойоу нормаль һанала. Беҙ уларҙан тулыһынса ҡотола алмайбыҙ. Үҙеңә нисек ярҙам итергәме? Был хистәрҙе еңелерәк үткәреп ебәрерлек һәм идара итерлеккә әйләндереү кәрәк. Иғтибарығыҙға бер нисә дөйөм тәҡдимдәр: - хис-тойғоларығыҙ тураһында яҡын кешегеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Илағығыҙ килһә, илап алығыҙ; - мөмкин булһа, фажиғә урынынан фото һәм видеолар ҡарамағыҙ, яҙма мәғлүмәт менән генә сикләнегеҙ; - ғәҙәти планлаштырылған эштәрегеҙҙән баш тартмағыҙ. Ауыр хәлдәрҙә әүҙем эшмәкәрлек хистәрҙе дөрөҫ үткәреүгә булышлыҡ итә. Тормошоғоҙҙо контролдә тотоу тойғоһон ҡайтара. Әгәр негатив хис-тойғоларға һәм борсолоуҙарға ныҡлап бирелһәгеҙ, ябай һәм үҙ-үҙеңә һөҙөмтәле ярҙам техникаһы менән файҙаланып ҡарағыҙ. Был кире уйҙарҙан ысынбарлыҡҡа күсеү өсөн һәйбәт. 5-4-3-2-1 техникаһы Был техника биш хис органы (күреү, тойоу, ишетеү, еҫ һиҙеү һәм тәм һиҙеү) аша иғтибарҙы беҙҙе уратып алған нәмәләргә күсерергә ярҙам итә. Нисек башҡарырға? Әлеге мәлдә янығыҙҙа күргән биш предметты атағыҙ. Ғәҙәттә күрмәгән деталдәргә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, “өҫтәл” түгел, ә “буяуы һыҙырылған ағас өҫтәл”. Ниндәй дүрт нәмәне тояһығыҙ. Кейгән кейемегеҙ тәнегеҙгә нисек тейә йәки ҡояш йылыһы ҡулығыҙҙа нисек тарала? Ниндәй өс тауыш ишетәһегеҙ? Быға тиклем өйрәнгән тауыштарға иғтибар итегеҙ – сәғәт текелдәүе, транспорттың алыҫтағы геүләүе. Ниндәй ике еҫ тояһығыҙ? Тирә-яғығыҙҙа һауаның еҫе ниндәй – яратҡан хушбуй, өй йыйыштырыу сараһы еҫе. Ниндәй бер тәм тояһығыҙ? Яңы ғына ашаған йәки эскән булһағыҙ, ауыҙығыҙҙағы тәмде аңларға тырышығыҙ. Юҡ икән, хәҙер үк һағыҙ йәки кәнфит ҡабығыҙ һәм иғтибарҙы тәмгә йүнәлтегеҙ. Был техниканы кәрәк булған һайын ҡабатлағыҙ. Стресс һәм борсолоуҙар тулы донъяла үҙеңде һаҡларға һәм эске именлегең тураһында хәстәрлек күрә белергә кәрәк. Ихтыяр көсө менән үҙеңде стресс һәм паника режимынан тормош һәм хәүефһеҙлек режимына күсерегеҙ. Дүрт квадрат техникаһы Стрессты еңеп сығырға тын алыу күнекмәләре ярҙам итеүе ихтимал. Мәҫәлән, “дүрт квадрат” алымы бар: Дүрт иҫәпкә тын алаһың, дүрткә тиклем һанап тын алыуҙы тотҡарлайһың һәм дүрт иҫәпкә һулышты сығарып, тағы ла дүрткә тиклем һанап тын алыуҙы тотҡарлайһың. Ошо рәүешле бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк, тиҙәр. Нәсих Хәлисов фотоһы.