26 мартта Өфөлә “Атайсал” үҙәгендә билдәле башҡорт эстардаһы йырсыһы, композитор Ирек Ноғомановтың концерты үтте. Тамашаны халыҡ яратып ҡабул итте. Йырсы халыҡ араһында танылыу алған рэтро йырҙарҙы башҡарҙы, шулай уҡ яңы ижад емеше менән дә уртаҡлашты. Беҙ бала саҡта яратып тыңлаған һинд фильмынан "индийский" йырын да башҡарҙы. Концерттан күренештәрҙе социаль селтәргә һалғас, “Ҡайҙа бара был концерт?”, “Ниңә ҙур итеп шоу концерттар ойоштормай икән?”, “Эх, белмәй ҡалдыҡ...” тип яҙҙылар. Ә инде концертта булғандар, бик ҡәнәғәт таралышты. Учалы районының Миндәк ауылынан сыҡҡан һәләтле, моңло Ирек Ноғомановтың йырҙарын халыҡ инде өс тиҫтә йыл яратып тыңлай, көтөп ала. Бәлки, ысылап та, Ирек Ноғомановҡа ҙур шоу концерттар ойоштора башларға кәрәктер?! Халыҡ бит уны ярата. Фото: vk.com/ireknugumanov. Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.