Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күңел йылыбыҙҙы ла ҡуштыҡ

Балтас районының Ҡомъяҙы ауылы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, тип яҙа “Балтач таңнары”. Яңыраҡ ауылдаштар йәнә йыйылып, күмәк көс менән һалдаттарға ебәреү өсөн быҡтырылған ит әҙерләне, уларҙы быяла банкаларға тултырҙы. “Егеттәребеҙ яҡташтарының хәстәрлеген, тыуған яҡ йылыһын тойһон, беҙҙең уларҙы еңеү менән түҙемһеҙлек менән көтөүебеҙҙе белһен! Күңел йылыбыҙҙы ҡушып, иң һәйбәт теләктәр менән әҙерләнек күстәнәсебеҙҙе. Һау-сәләмәт булығыҙ, еңеү менән һеҙҙе көтәбеҙ!” – ти ҡомъяҙылар. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-03-28/k-myazy-avyly-halkynnan-mhodagy-yaktashlarga-yard-m-3705329?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580