Бөгөн "Башҡортостан" гәзитенең ижади төркөмө Әлшәй районы үҙәге Раевкала "Башҡортостан ынйылары" балалар театр-фольклор коллективтары араһында уҙғарылған республика конкурс-фестиваленең йомғаҡлау сараһында ҡатнашты. Республиканың төрлө тарафтарынан килгән талантлы балаларҙың артислыҡ һәләттәренә, туған мәҙәниәткә булған ихтирамлы, иғтибарлы мөнәсәбәттәренә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Ҡурай, гармун, ҡумыҙҙа уйнап ебәреү тиһеңме, моңло тауыш менән йыр һуҙыумы, тыпырҙап бейергә төшөп китеүме, оҫта ғына итеп театраль сығышта ниндәйҙер ролде уйнау тиһеңме – бөтәһен дә ихлас итеп, бар һәләттәрен эшкә егеп башҡара йәш таланттар. Таланттарына һоҡланып та, йор һүҙҙәренә көлөп тә, хатта күңел тулып, күҙгә йәш алып та ҡарайһың. Конкурстың төп өлөшө кисә уҙҙы, ә бөгөн район мәҙәниәт һарайында фестивалдең еңеүселәре билдәләнде. Байрамдан күренештәр – Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоһүрәттәрендә.