Борон-борондан илгә һынау килгәндә бар халыҡ асыу-үпкәһен онотоп, бер йоҙроҡ булып берләшкән, барлыҡ ауырлыҡтарҙы бер иң булып күтәргән. Махсус хәрби операция башланғас та Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылы биләмәһе районда иң тәүгеләрҙән булып илдең именлеген һаҡлаған егеттәребеҙгә матди ярҙам ойоштора башланы. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йөн ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләне. Был эштә айырыуса Нәзиә Бикташева, Глүзә Ғәлимова, Нурия Асҡарова ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйғанда өй туҡмастарын, ауыҙҙа иреп торған бауырһаҡтар бешереп, уларҙы контейнерҙарға тултырып ебәрҙек. Йылы юрған, одеял, тәм-том килтереүселәр ҙә булды. Тыуған яҡтың шифалы үләндәре һалдаттарыбыҙға көс бирһен тип, шифалы үлән сәйҙәрен дә изге доғалар уҡып оҙаттыҡ. Халыҡтан йыйылған аҡсаны кәрәкле ҡорамалдар алыуға тәғәйенләнек. Яугирҙәрҙең: “Һеҙҙең үреп ебәргән маскировка селтәрҙәре яҡшы һаҡлай”, – тигән сәләмдәрен ишетеп-белеп торғас, был эшкә лә әүҙем тотондоҡ. Хаҡлы ялдағы хәрби Фәрит Әхмәт улы