Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличевты эҙләү дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар Өфөләге “Чайка” балалар лагеры эргәһендә юғалды. Бер тәүлек үткәс, 6-сы пристань янында үҫмерҙәрҙең сумкалары табылды. Әлеге ваҡытта малайҙарҙы ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Башҡортостан Тәфтиш комитеты балаларҙың юғалыуына бәйле енәйәт эше асты. Шулай уҡ баш ҡаланың 40-сы мәктәбендә тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эш алып бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шишәмбелә ҡотҡарыусылар йылғала бер итек табып алды. Ул малайҙарҙың һыу аҫтына төшөп китеүе менән бәйле булыуы ихтимал. Һыу аҫтында эҙләү операцияларында күп ҡатнашҡан тәжрибәле водолаз “КП-Өфө” менән әңгәмәләшкәндә, бындай ситуацияла күп нәмә йылға ағымының тиҙлегенән торасаҡ, тип билдәләгән. “Әгәр ҙә тәфтишселәрҙең версияһы раҫланһа, малайҙар ысынлап та һыу аҫтына төшөп китһә, уларҙың кәүҙәләре бик алыҫҡа ағып китеүе ихтимал. Эҙләүҙәр боҙ китеүе арҡаһында ауырлаша”, – тигән ул. БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да үҙ сәхиф