Фәрештәләрҙең ғәмәлдәрен һанап кит
Яуап: Уларҙан бар кем:
➀ Ғилем мәжлестәре буйлап гиҙеп йөрөйҙәр Әбү Һүрайра رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Ысынлыҡта, Аллаһтың ҙикер итеүсе (ғилем алыусы) кешеләрҙе күҙәтеп йөрөгән Фәрештәләре бар". (Сахих Муслим, 2689).
➁ Ғәмәлдәрҙе яҙалар Аллаһ әйтә: وَإِنَّ عَلَيكُم لَحافِظين َ كِرامًا كاتِبينَ "10. Хаҡиҡәттә, һеҙҙең эштәрегеҙҙе күҙәтеүсе Фәрештәләр бар. 11. Улар хөрмәтле яҙып тороусылар". (Әл-Инфитар сүрәһе, 10-11-се аяттар).
➂ Аллаһ әмере менән кешене һаҡлайҙар Аллаһ әйтә: لَهُ مُعَقِّباتٌ مِن بَينِ يَدَيهِ وَمِن خَلفِهِ يَحفَظونَهُ مِن أَمرِ اللَّه "Һәр бер кешегә алдынан һәм артынан уны һаҡларға тип Аллаһ әмере менән Фәрештәләр ҡуйылған". (Әр-Ра'д сүрәһе, 11-се аят).
➃ Ғәрште йөкмәйҙәр Аллаһ әйтә: وَالمَلَكُ عَلى أَرجائِها وَيَحمِلُ عَرشَ رَبِّكَ فَوقَهُم يَومَئِذٍ ثَمانِيَةٌ "Ул көндә Фәрештәләр күк тарафтарында булырҙар. Һәм Раббыңдың Ғәршен ул Көндә һигеҙ фәрештә йөкмәр". (Әл-Хәҡҡа сүрәһе, 17-се аят).
➄ Йәннәт һаҡсылары Аллаһ әйтә: وَسيقَ الَّذينَ اتَّقَوا رَبَّهُم إِلَى الجَنَّةِ زُمَرًا حَتّى إِذا جاءوها وَفُتِحَت أَبوابُها وَقالَ لَهُم خَزَنَتُها سَلامٌ عَلَيكُم طِبتُم فَادخُلوها خالِدينَ "Раббыларынан ҡурҡыусы мөъминдәрҙе төркөм-төркөм Йәннәткә ҡыуырҙар. Һәм Йәннәткә яҡынлашҡас, ҡапҡалары асылыр. Шул ваҡытта Йәннәт һаҡсылары әйтерҙәр: - Сәләмүн 'Әләйкүм! Хуш килдегеҙ! Йәннәткә мәңгелеккә инегеҙ, - тип.". (Әз-Зүмәр сүрәһе, 73-се аят)
➅ Йәһәннәм һаҡсылары Аллаһ әйтә: تَكادُ تَمَيَّزُ مِنَ الغَيظِ كُلَّما أُلقِيَ فيها فَوجٌ سَأَلَهُم خَزَنَتُها أَلَم يَأتِكُم نَذيرٌ "Йәһәннәм асыуынан шартлар хәлгә етер. Һәр ҡасан Йәһәннәмгә кешеләр ташланған һайын Йәһәннәм һаҡсылары әйтерҙәр: - Һеҙгә ғазап менән киҫәтеүсе булманымы ни? - тип". (Әл-Мүлк сүрәһе, 8-се аят).
➆ Ҡәберҙә һорау алалар Әл-Бәраә бин Гәзибтән رضي الله عنه килгән оҙон хәҙистә Пәйгамбәребеҙ (салла Аллаһу гәләйһи үә сәлләм) әйтте: «... Уның янына ике фәрештә килер һәм уны ултыртып: «Һинең Раббың кем?», — тип һорарҙар...". (Ҡарағыҙ Мүснәд Әхмәд (13446), Сахих Мүснәд лилУәди'и (141), Шейх Альбани Мишкәттә Сахих тине (131)).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa