Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уяу булығыҙ! Һыу килә!

Яҙғы ташҡын – хәүефле осор. Уны ауырлыҡһыҙ үткәреү өсөн алдан әҙерлек талап ителә. Шул уҡ ваҡытта ташҡын барышында үҙеңде тота белеүең дә бик мөһим. Быйыл көндәрҙең ҡапыл йылытыуы ла ҡарҙың кинәт иреүенә булышлыҡ итте. Айҙың тәүге ун көнлөгөндә – ваҡ дала йылғаларында, апрелдең 20-ләрендә Ағиҙел, Өфө кеүек ҙур йылғаларҙа һыу иң юғары кимәлгә күтәреләсәген фаразлай белгестәр. Был осор айырыуса уяулыҡ талап итә. Баҙға, ихатаға һыу инә башлаһа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Республикабыҙ ташҡынға ныҡлы әҙерме ? Ошо көндәрҙә Башҡортостан Юлдаш телеканалында республиканың профиль министрлығы һәм ведомство вәкилдәре тура эфирҙа ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала ташҡынға әҙерлек саралары етди ойошторолған, саралар планы һәм ташҡынға ҡаршы комиссия ла булдырылған. Әлбиттә, алдан хәстәрлек күреү насар эҙемтәләрҙән һаҡланырға булышлыҡ итә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов йыл һайын яҙғы ташҡын йәһәтенән иң ҡатмарлы сценарий буйынса әҙерләнеүҙәрен билдәләне. Иң насар күҙаллауҙы алғанда, 300-ләп ауылда 22 меңдән ашыу йортҡа һыу инеү ихтималлығы бар. Был хәл булмаһын өсөн профилактик саралар күрелә. 11 марттан алып 15-енә тиклем Башҡортостанда ташҡынды үткәреү осорона әҙерлек тикшерелгән. Республикала ташҡынға ҡаршы сараларға 15 меңдән ашыу кеше, 3 мең техника, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары, янғын-ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителгән. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан аэромобиль төркөмө лә тиҙ арала сығырға әҙер. –Ташҡын барышында хәлдәр торошо буйынса 150 модель ҡаралған, уларҙа ниндәй ауылдарҙың һыу баҫыу зонаһына инеүе күрһәтелгән. Унда барлыҡ хеҙмәттәр, урындағы үҙидара органдары менән берлектә иҫкәртеү саралары күрелә. Был тәүге сиратта йорттар буйлап йөрөп, халыҡҡа аңлатыу, – тине Ирек Сәғитов. Махсус техника яңыртыла Һуңғы биш йыл эсендә республикала яңы ҡотҡарыу отрядтары булдырылған, автомобиль, йөҙөү саралары һымаҡ 200-ләп техника алынған. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса бүленгән. Башҡортостанда янғын-ҡотҡарыу вертолеты барлыҡҡа килеүе лә был осорҙа ҙур ярҙам. Әйтергә кәрәк, бындай вертолет Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар. Бындай техника осош яһап хәүеф тыуҙырған йылғаларҙа боҙ тығындарын, күпер тирәһендәге хәлде контролләргә булышлыҡ итә. Ваҡытлыса йәшәү урындары әҙер Ғөмүмән, бөгөн ташҡын барышы контролдә тотола. Эвакуация кәрәк булған осраҡта һәр муниципалитетта кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу биналары әҙерләнгән, барлығы 300-гә яҡын ошондай пункт булдырылған. Улар аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, медицина ярҙамы менән тәьмин ителгән. Вертолет, автоматлаштырылған постар – хәүефһеҙлекте нығыта Йылғалар торошон күҙәтеү – мөһим талап. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов заманса алымдар ҡулланылыуын билдәләне. Мәҫәлән, автоматлаштырылған постар булдырыу ҙа ошо турала һөйләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтына инеп теге йәки был гидропоста һыу кимәлен ҡарау мөмкинлеге бар. Вертолет ярҙамында йылғаларҙы күҙәтеү ҙә тейешле һөҙөмтә бирә. Быйыл да вертолет ярҙамында тәжрибә ҡулланылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Архангел, Белорет, Бөрйән, Күгәрсен районындағы йыл һайын боҙ тығындары күҙәтелгән йылғалар торошо ҡаралды. Был иһә кәрәкле урында боҙ шартлатыу, боҙҙо ҡырҡыу кеүек тейешле саралар күреү мөһимлеген асыҡланы, –тине Кирилл Первов. Хәүеф янаһа, 112 телефон һандарын йый Һыу яҡынлашыуын күрһәгеҙ тиҙ арала 112 телефон номерына шылтыратығыҙ. Яҙғы ташҡын осоронда дежур итеүсе смена хеҙмәткәрҙәренең дә һаны артҡан. Шылтыратыусының адресын, йортта кеше һаны, улар араһында балалар, аҙ мобилле кешеләр булыу-булмауы асыҡлана һәм мәғлүмәт сара күреү өсөн ашығыс хеҙмәттәргә тапшырыла. Төрлө хәлгә әҙер булайыҡ Һыу баҫыу хәүефе булған төбәктә йәшәүселәрҙең үҙҙәренән дә әҙерлек талап ителә. Эргә-тирәне ҡарҙан таҙыртыу, ирегән һыуға юл ярып ебәреү ташҡындың ауыр эҙемтәләренән һаҡлар. Шул уҡ ваҡытта йортоғоҙҙоң аҫҡы ҡатындағы кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе өҫкө ҡатҡа күтәрегеҙ, ихаталағы хужалыҡ кәрәк-яраҡтарығыҙ ағып китмәһен өсөн уларҙы ышаныслы урынға алып ҡуйығыҙ. Эвакуация була ҡалһа, уға ла әҙер тороғоҙ. Бының өсөн документтарығыҙҙы, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе ,алмаш кейемегеҙҙе, дарыуҙарығыҙҙы бер урынға йыйып әҙерләп һалығыҙ. Һыу баҫыу хәүефе янай икән, малдарығыҙҙы тыныс урынға күсереү тураһында ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Нәсих Хәлисов фотоһы.